06:00 (UTC+5), 07 Мая 2018

Владимир Путин Хөкүмәт ағзаларына эштәре өсөн рәхмәт әйтте

Рәсәй Президенты сайты
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Дүшәмбе, 7 майҙа, Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһына инә. Инаугурация тантанаһы алдынан дәүләт башлығы Хөкүмәт ағзалары менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, дүшәмбе хөкүмәт отставкаға китә.
Владимир Путин министрҙар кабинеты ағзаларына, министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте.
«Тәү сиратта бөтәгеҙгә лә уртаҡ эшебеҙ, Рәсәй алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә өлгәшелгән мөһим һөҙөмтәләр өсөн рәхмәт әйтәһем килә. Уҙған алты йыл ысынлап бай йөкмәткеле, илебеҙҙә генә түгел, донъяла ла яңы саҡырыуҙар, ғәҙәти булмаған ваҡиғаларға тулы булды, — тине Владимир Путин. — Хөкүмәт, тотош башҡарма власть алдында ағымдағынан алып ғөмүмән ғәҙәти булмағанға, йыш ҡына ашығысҡа ҡәҙәр киң мәсьәләләр һәм һорауҙар даирәһе торҙо. Заманса алымдар нигеҙендә ныҡлыҡ һәм эҙмә-эҙлелек, үҙеңә яуаплылыҡ алыуға һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек талап ителде. Бөтә был сифаттарҙы һеҙ, һис шикһеҙ, күрһәттегеҙ. Ысын команда булараҡ лайыҡлы эшләнегеҙ һәм бында, әлбитттә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Анатольевич Медведевтың ҡаҙанышы бик ҙур».
Стенограмманың тулы тексы Рәсәй Президентының рәсми сайтында баҫылған.
http://www.bashinform.ru/news/1153899-vladimir-putin-poblagodaril-chlenov-pravitelstva-za-rabotu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика