09:01 (UTC+5), 27 Апреля 2018

Республикала балалар поликлиникалары торошон «Сәләмәт киләсәк» контролдә тота

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда яңы балалар поликлиникаларын төҙөргә һәм булғандарын яңынан йыһазландырырға кәрәк. «Сәләмәт киләсәк» партия проекты ошо йүнәлештәге контролде тормошҡа ашыра. Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй. Йүнәлеш 2026» төбәк дискуссияһында проект координаторы, Республика клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин белдерҙе.
Партияла асыҡлыҡ индереүҙәренсә, бөгөн проект сиктәрендә балаларға ярҙам күрһәткән медицина учреждениеларына мониторинг алып барыла. Баһалағанда учреждениеның торошо, кадрҙар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү иҫәпкә алына.
Рөстәм Әхмәтшин һүҙҙәренсә, республикала, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ, ләкин яңы технологияларҙы белгән белгестәр әҙерләү мөһим. Тәү сиратта был медицина генетикаһы кеүек йүнәлешкә ҡағыла.
Фекер алышыу барышында ғүмер оҙайлығы мәсьәләләре күтәрелде. Шуға бәйле фельдшер-акушерлыҡ пункттары мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Уларҙы яңынан асырға йәки тергеҙергә кәрәк.
Шулай уҡ онкология сирҙәрен иртә диагностикалауға иғтибар бирергә тәҡдим ителде. Был проблема Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгәйне. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш тә иғтибарһыҙ ҡалманы. Рөстәм Әхмәтшин фекеренсә, был мәсьәлә медицина хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ йәмғиәт яғынан да контроль талап итә. Йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
http://www.bashinform.ru/news/1150980-v-bashkirii-sostoyanie-detskikh-poliklinik-budet-kontrolirovat-proekt-zdorovoe-budushchee-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика