12:04 (UTC+5), 24 Апрель 2018

Киң мәғлүмәт саралары Путиндың рәсәйҙәрҙең тормош кимәлен күтәреү планы тураһында хәбәр итте

РИА Новости/Рәмил Ситдиҡов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә иҡтисади үҫеш темптарын арттырыу өсөн һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа һәм инфраструктураға 10 триллион һум аҡса бүлергә ниәтләй. 7 майҙа инаугурациянан һуң дәүләт башлығы йәшәү кимәлен арттырыуҙа «хәл иткес алға китеш» планы яҙылған указға ҡул ҡуйырға тейеш, тип хәбәр итә РИА Новости.
10 триллион һаны яңыраҡ ҡына килеп сыҡты һәм үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Төп сығымдар 2020 йылдан һуңғы осорға планлаштырылған, ләкин ҡайһы бер сығымдарҙың 2018 йылға ла ҡағылыуы ихтимал.
Был сығымдарҙың башҡа йүнәлештәр, атап әйткәндә, оборона өлкәһе аҡсаһын кәметеүгә бәйле булыуы көтөлә. Бынан тыш, һатыуҙан дүрт процентлы һалым индерелергә мөмкин, әммә был сара әлегә хупланмаған.
Владимир Путин 2018 йылдың мартында Рәсәй президентын һайлауҙа еңгәндән һуң киләһе мөҙҙәттә рәсәйҙәрҙең тормош кимәлен яҡшыртыуға һәм иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә өҫтөнлөк бирәсәге тураһында белдергәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1149114-smi-soobshchili-o-bespretsedentnom-plane-putina-po-povysheniyu-urovnya-zhizni-rossiyan/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика