07:50 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Йәш ғаиләләргә 300 мең һум түләү түләү буйынса программаға төҙәтмәләр индерелә - Рөстәм Хәмитов

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Тура элемтә барышында Рөстәм Хәмитовҡа залдан һорау бирҙеләр. «Асҡарҙа йәшәгән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар бала табыу өсөн күрше Магнитогорск ҡалаһына бара. Әлеге положение буйынса улар был льгота менән файҙалана алмай, сөнки законда ҡаралғанса, бала республика биләмәһендә донъяға килгән осраҡта ғына ғаилә 300 мең һумға дәғүә итә ала. Был хәл үҙгәрерме?» — тип һораны Әбйәлил районын килгән адвокат.
«Программа былтыр башланды, ул ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Торлаҡҡа сиратта торған ғаиләгә тәүге балаһы өсөн 300 мең һум аҡса бирелә. Уны ипотекаға иғәнә, төҙөлөш материалдарын һатып алыу өсөн тотонорға мөмкин. Программала хаталар һәм етешһеҙлектәр бар ине, аҡса ала алмаған кешеләрҙән байтаҡ хаттар килде. Һеҙҙең проблемағыҙ хәл ителер. Иң мөһиме, бала республикала пропискала торор. Үҙгәрештәр индерелде. Әле беҙҙә биш меңдән ашыу ғариза бар, улар эшкәртелә. 2019 йылдың аҙағына ошо программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителеүе ихтимал. Тимәк, алты меңдән ашыу сабый донъяға килә тигән һүҙ. Атай кеше республикала пропискала тормаған ғаиләләр ҙә мөрәжәғәт иткән осраҡтар булды. Ләкин бала — беҙҙеке. Бындай ғаилә лә аҡса алырға хоҡуҡлы», — тип ышандырҙы төбәк башлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1147125-v-programmu-po-vyplate-molodym-semyam-300-tysyach-rubley-budut-vneseny-korrektivy-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика