04:00 (UTC+5), 20 Апрель 2018

Пландар ҙур һәм беҙ уларҙы атҡарып сыға алырбыҙ – Рөстәм Хәмитов

Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү 2017 йыл йомғаҡтарын тикшереүҙән башланды. «Хәтерегеҙгә төшөрәм, республика сәнәғәт производствоһы, бюджет өлкәһендә һәйбәт эшләне. Аҡса йәһәтенән йылды яҡшы тамамланыҡ – запастар килеп сыҡты. Килем 200 миллиард һумға яҡынлаша. Был бик һәйбәт һан, бындай күрһәткестәргә эйә булған төбәктәр күп түгел», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе хәл ителмәгән бурыстарҙы ла атаны. «Айырыуса беҙҙе ике күрһәткес борсой. Ул инвестициялар күләменең күҙгә күренеп кәмеүе. 2017 йылда 70 миллиард һум тиерлек юғалттыҡ. Был яңы ҡулайламалар төҙөү йәһәтенән нефть эшкәртеү, нефть химияһы предприятиеларында эш күләменең кәмеүе менән дә бәйле. Башҡа предприятиеларҙың эш әүҙемлеге бер аҙ төштө. Көсөргәнешлек тыуҙырған икенсе һан – тыуымдың кәмеүе. 2017 йылда 2016 йылға ҡарата минус 10 процент. Тәү сиратта демографик соҡорға һуғыш йылдарының эҙемтәләре лә тәьҫир итте, шулай уҡ иҡтисад та үҙ өлөшөн индерҙе. Былтыр 49 мең бала тыуған, ул күҙалланғандан аҙыраҡ. Ләкин үлем осраҡтары ла аҙайҙы. Дөйөм алғанда демографик күрһәткес кире булһа ла, әммә ныҡ ҙур түгел – бер мең кешегә аҙ», — тип хәтергә төшөрҙө төбәк Башлығы.
«2018 йыл һәйбәт башланды. Беренсе квартал яҡшы күрһәткестәр менән тамамланды. Мартта һәйбәт табыш алдыҡ – «Башнефть» 16,5 миллиард һум күсерҙе. Һөҙөмтәлә март буйынса килемгә дөйөм һалым 33,5 миллиардҡа етте. 2017 йылда был һан 16-17 миллиард һум тирәһе булды. Йәғни беҙ хәҙер йыллыҡ пландың яртыһын тиерлек үтәнек. Ул алға оптимизм менән ҡарарға һәм яңы объекттар, халыҡҡа яңы ярҙам итеү формаларын, яңы йәмәғәт хәрәкәтен үҫтереү төрҙәрен күҙалларға мөмкинлек бирә. Ресурстар, финанстар булғанда күп нәмә эшләргә була.
2018 йылғы пландар – ә улар бәләкәй түгел, тик Республика адреслы инвестиция программаһы ғына 20 миллиард һум тәшкил итәсәк – ул республиканың абсолют рекорды, бындай күләмдәр бер ҡасан да булманы. Төҙөлөштәр күп, улар бөтәһе лә мөһим. Тағы 20 миллиард һум самаһы юлдарҙы яңыртыуға, төҙөүгә, ремонтлауға, шулай уҡ уларҙы ҡарауға китәсәк. Программалар ҙур, бындай һандарҙы атҡарып сығара алырбыҙ тип ышанабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1147045-plany-bolshie-i-my-uvereny-chto-s-nimi-spravimsya-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика