07:48 (UTC+5), 19 Апреля 2018

Республика ауылдарында староста вазифаһы булдырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан ауылдарында староста вазифаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. Владимир Путин урындағы үҙидараны ойоштороуҙы камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡануниәткә үҙгәрештәр индерҙе.
Староста әүҙем һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡ һанынан ошо тораҡ пункттағы граждандар сходының күрһәтеүе буйынса муниципаль берәмектең вәкәләтле органы тарафынан һайлана.
Законда ауыл старостаһының хоҡуғы һәм вәкәләттәре билдәләнә. Атап әйткәндә, дәүләт йәки дәүләт граждандар хеҙмәте, муниципаль йәки муниципаль хеҙмәт вазифаһын биләгән кеше староста итеп һайлана алмай. Староста вәкәләттәренең срогы ике йылдан кәм йәки биш йылдан ашыу булмаҫҡа тейеш. Староста халыҡ менән эшләй һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса урындағы үҙидара органдары ҡарарға тейешле мөрәжәғәттәрҙе һәм тәҡдимдәрҙе ебәрә.
Граждандар сходын үткәреү тәртибе лә камиллаштырыла. Муниципаль берәмектең вәкәләтле органы вәкәләттәрен граждандар сходы ғәмәлгә ашырған биләмәлә муниципаль хоҡуҡ акттары проекттары һәм граждандар сходы хәл иткән мәсьәләләр буйынса асыҡ тыңлауҙарҙы һәм йәмәғәт тикшереүҙәрен үткәрмәҫкә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1146461-v-selakh-bashkirii-poyavyatsya-starosty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика