11:50 (UTC+5), 19 Апрель 2018

«Берҙәм Рәсәй» праймеризды онлайн режимында уҙғара

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 28 майҙан 1 июнгә тиклем «Берҙәм Рәсәй» алдан электрон тауыш биреү процедураһын уҙғара. Онлайн режимында тауыш биреү өсөн ғаризаны 14 майҙан epg.er.ru сайтында «Онлайн тауыш бирергә теләйем» бүлегендә бирергә мөмкин. Был хаҡта төбәк бүлексәләре менән селектор кәңәшмәһендә партияның Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Максим Жаворонков белдерҙе.
Максим Жаворонков һүҙҙәренсә, барлыҡ һайлаусыларҙың да онлайн тауыш биреү мөмкинлеге бар. «Бөтә Рәсәй»гә индерелгән һәм онлайн тауыш биреүгә ғариза тултырған һәр кем өсөн автоматик рәүештә шәхси кабинет асыла. «Мобилизация» мәғлүмәт системаһына индерелгәндәргә лә шулай эшләргә кәрәк. Иң мөһиме – кеше шәхси кабинетта үҙе тураһында мәғлүмәт ҡалдырырға тейеш.
Әгәр ҡулланыусы ошо системаларҙың береһендә лә теркәлмәгән икән, ул анкетаны сайтта тултыра, шунан һуң колл-үҙәк белгестәре уны анкета тултырыу өсөн партияның урындағы йәки төбәк бүлексәһендә осрашыуға саҡырырға тейеш, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәтенән.
«Ошо процедуранан һуң ҡулланыусыға SMS-хәбәр аша шәхси кабинеттың пароле ебәрелә. Электрон тауыш биреү көндәрендә тауыш биреү мөмкинлеге асыла. Һәр кем бер тапҡыр ғына тауыш бирә ала, тауыш биреү һөҙөмтәләрен үҙгәртергә ярамай», — тине партияның Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһенең беренсе урынбаҫары.
Партияның Генераль советы секретары алдан электрон тауыш биреү проекты хаҡында һөйләгәйне. Берҙәм рәсәйҙәр сит илдәге коллегаларының тәжрибәһен һәм Бельгияла (2003 йылдан), Эстонияла (2007 йылдан) һәм Финляндияла (2008 йылдан) электрон тауыш биреүҙе файҙаланыуҙы өйрәнде. Әлеге ваҡытта норматив документтар һәм программа модулдәрен өйрәнеү эштәре бара.
2018 йылда илдең 49 субъектында 77 кампания уҙа. 21 төбәктә — юғары вазифалы кешеләрҙе һайлау, 16-һында — Закон сығарыу йыйылышы депутаттарын, 12-һендә — административ үҙәк депутаттарын һайлау кампаниялары, етәүһендә административ үҙәк башлыҡтарын һайлау, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына һайлау буйынса 16 кампания, һөҙөмтәлә 26 700 мандат алмаштырыла. Шулай уҡ бер мандатлы һайлау округтары буйынса биш Дәүләт Думаһы депутаттарын ваҡытынан алда һайлау була. «Берҙәм Рәсәй»ҙең Берҙәм алдан тауыш биреү көнө 3 июнгә билдәләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1146784--edinaya-rossiya-provedet-praymeriz-v-rezhime-onlayn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика