05:17 (UTC+5), 17 Апрель 2018

Башҡортостанда зыян күргән өлөшсөләр реестрында 3200 самаһы кеше

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа алданған өлөшсөләр темаһына фекер алышыу булды. Парламентарийҙар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау сараларын тикшерҙе.
«2011 йылдан алып был саралар 3200 самаһы кеше зыян күргән 28 объект буйынса мәсьәләне хәл итергә мөмкинлек бирҙе, — тип яҙҙы төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Ләкин әлеге ваҡытта зыян күргәндәр реестрында 33 объект буйынса 1400-ҙән ашыу граждан иҫәпләнә».
Хөкүмәт һәм вәкәләтле органдар мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген аңлай, тамамланмаған 33 төҙөлөш буйынса юл карталары әҙерләнгән, тип билдәләне Константин Толкачев.
«Мин Дәүләт Йыйылышы депутаттарына юл карталарын ғәмәлгә ашырыуҙы күҙәтергә, эшсе төркөмдәр составында проблемалы объекттарға барырға, өлөшсөләрҙең инициатив төркөмдәре менән бәйләнештә булырға ҡуштым, — тине Константин Толкачев. — Алдағы бер-ике йылда яңы алданған өлөшсөләрҙең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймайынса, был теманы көн тәртибенән алырға кәрәк. Бер үк ваҡытта өлөшләтә төҙөлөштән проектлы финанслауға этаплап күсеү күҙаллана. Был осраҡта яуаплылыҡты граждандар түгел, ә төҙөүселәр һәм банктар үҙ өҫтөнә ала».
http://www.bashinform.ru/news/1144805-v-bashkirii-v-reestre-postradavshikh-dolshchikov-okolo-3200-chelovek-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика