05:30 (UTC+5), 12 Апреля 2018

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Кесе йома, 19 апрелдә киске сәғәт 7-лә тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика халҡының һорауҙарына яуап бирә. «Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-24. Башҡортостан», «Вся Уфа» телеканалдарында ҡарарға, «Спутник FM», «Рәсәй радиоһы. Башҡортостан» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.
Республика халҡы менән әңгәмә барышында Башҡортостан Башлығы төбәктең социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тормошона ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк.
Рөстәм Хәмитовҡа һорауын тапшырыуға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, ә Рәсәй ҡаларынан тура бәйләнешкә инеүселәр, шулай уҡ шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенә шылтыратҡан Башҡортостан халҡы бирә ала. Тапшырыуға хәбәрҙәрҙе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Вся Уфа» телеканалдары сайттарында махсус форманы тултырып, ебәрергә мөмкин. Иң ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк һорауҙар тура эфир барышында яңғыраясаҡ.
Шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге 12 апрелдә иртәнге сәғәт 9-ҙә эшләй башлай һәм тапшырыу аҙағынаса дауам итә. Уға көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем 8–800–347–03–47 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай.
«Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү» тапшырыуы республика телеканалдарында 2011 йылдан башлап эфирға сыға.
http://www.bashinform.ru/news/1142913-glava-bashkortostana-rustem-khamitov-v-pryamom-efire-otvetit-na-voprosy-zhiteley-respubliki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика