07:30 (UTC+5), 11 Апреля 2018

Азербайжанда Президент һайлауын уҙғарыуға әҙерҙәр – Лилиә Ғүмәрова

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органы вәкиле Лилиә Ғүмәрова Азербайжандың Үҙәк һайлау комиссияһы Рәйесе Мазаир Панахов менән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән күҙәтеүселәр төркөмө осрашыуында ҡатнашты.
Киләһе ете йылға Азербайжан Президентын һайлауға төплө әҙерләнгәндәр, тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. Тәҡдим ителгән мәғлүмәт буйынса, Азербайжан Президентына 8 кандидат теркәлгән. Был һайлауҙарҙы күҙәтеү өсөн Бакуға донъяның 59 иленән 900 самаһы халыҡ-ара күҙәтеүсе, 21 илдән 118 халыҡ-ара киң мәғлүмәт сараһы вәкиле, һайлау хоҡуғы һәм процесы өлкәһендәге белгестәр йыйылған. Азербайжан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, илдә 5 миллиондан ашыу һайлаусы иҫәпләнә, 5641 һайлау участкаһы ойошторолған.
Осрашыу барышында сенатор үҫешеүсе Рәсәй-Азербайжан хеҙмәттәшлеге хаҡында билдәләне.
«Быйыл илдәребеҙ араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыуға 25 йыл тулды. Был ваҡыт эсендә ғәйәт ҙур юл үтелде, бөгөн сәйәсәт, иҡтисад һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек бик әүҙем нығына тип әйтә алабыҙ. Иҡтисадтағы һәм мәҙәниәттәге бәйләнештәр илдәребеҙ халыҡтары араһында дуҫтарса аралашыуға күскәндә кешелек бәйләнештәрен булдырыу төп ҡиммәт булып тора», — тине Лилиә Ғүмәрова.
Ул Федерация Советының Азербайжан коллегалары менән даими бәйләнештә тороуын һәм мәғарифта, фәндә, мәҙәниәттә алымдарҙы камиллаштырыу буйынса уртаҡ эш алып барыуын билдәләне.
«Рәсәй һәм Азербайжан парламенттары араһында дуҫлыҡ төркөмө ағзаһы булараҡ, мин был эштең артабанғы үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн ни тиклем һәйбәт майҙансыҡ һәм нигеҙ булыуын күрәм. Ошондай Рәсәй-Азербайжан хеҙмәттәшлеге форматын артабан да үҫтерергә кәрәк», — тип йомғаҡланы парламентарий.
Осрашыуҙа шулай уҡ Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, Смоленск өлкәһе закондар сығарыу дәүләт власы органы вәкиле Людмила Козлова ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1142258-v-azerbaydzhane-gotovy-k-provedeniyu-vyborov-prezidenta-liliya-gumerova/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика