02:32 (UTC+5), 10 Апреля 2018

Республикала «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һайлаусыларҙың 924 наказы тормошҡа ашырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда быйыл «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә һайлаусыларҙың 924 наказын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Был хаҡта проекттың координаторы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы комитеты рәйесе Рузалиә Хисмәтуллина хәбәр итте. Объекттарҙың тулы исемлеге раҫланған, ул халыҡтан республика Дәүләт Йыйылышы, шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм Федерация Советы ағзаларына килгән мөрәжәғәттәрҙән төҙөлә. Уҙған йылда «Реаль эштәр» сиктәрендә 892 наказ үтәлгән. Проект республика ҡаҙнаһынан элекке кимәлдә финанслана һәм яҡынса 175 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр партияның матбуғат хеҙмәтенән.
«Бына дүртенсе йыл инде Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты ғәмәлгә ашырыла, уның сиктәрендә 2800-ҙән ашыу сара уҙғарылған. Улар — балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе, мәҙәниәт йорттарын һәм клубтарҙы төҙөкләндереү. Ошо учреждениелар өсөн ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алынған, ҡыйыҡтар яңыртылған, тәҙрәләр алмаштырылған. 600-ҙән ашыу спорт һәм балалар майҙансығы асылған, тораҡ пункттарҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, электр, һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү яҡшыртылған, хәрби дан аллеялары, һәйкәлдәр тәртипкә килтерелгән», — тип хәбәр итте Рузалиә Хисмәтуллина.
Проект координаторы әйтеүенсә, барлыҡ ошо саралар халыҡ сходтарында ҡабул ителгән ҡарарҙар, халыҡтың депутаттарға мөрәжәғәттәре һәм тәҡдимдәре буйынса финанслау исемлегенә индерелгән
Партия алдан тауыш биреүҙең башланыуы тураһында иғлан итеп, һайлау алды осорона аяҡ баҫҡан да инде. «Берҙәм Рәсәй»ҙең кандидаттары ла һайлау алдынан осрашыуҙар ваҡытында һайлаусылар наказын йыя һәм уларҙың үтәлешен контролдә тота.
«Алдан тауыш биреү ҙә — реаль эштәр. Һайлаусыларҙың ҡатнашыусылар менән алдан танышыу, ә алдан тауыш биреү көнөндә, 2018 йылдың 3 июнендә, үҙҙәренә ниндәй кандидат кәрәклеген хәл итеү мөмкинлеге бар», — тип билдәләне партия проекты координаторы.
http://www.bashinform.ru/news/1141262-v-bashkirii-budet-realizovano-924-nakaza-izbirateley-v-ramkakh-proekta-realnye-dela/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика