06:45 (UTC+5), 06 Апреля 2018

Константин Толкачев Татарстан парламенты Рәйесе урынбаҫары Римма Ратникова менән осрашты

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары Римма Ратникова менән осрашты. Ул «Кызыл таң» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына бәйле тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгән.
Константин Толкачев һәм Римма Ратникова парламент-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе, Дәүләт Думаһына федераль закон проекттарын әҙерләү һәм индереү буйынса уртаҡ эште, уларҙы артабан дауам итеүҙе тикшерҙе.
«Республикаларыбыҙҙың парламенттары даими рәүештә норматив хоҡуҡи акттар һәм уларҙың проекттары менән алмашына, ул төбәк ҡануниәтен камиллаштырырға мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Рәсәйҙең закон сығарыусылар Советында бергәләп эш алып барабыҙ, федераль органдарҙа республикаларҙың мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ. Ике яҡта ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәсьәләләр буйынса байтаҡ уртаҡ осрашыуҙар, консультациялар һәм һөйләшеүҙәр үтә, ике яҡ парламент комитеттары һәм депутаттары араһында тура бәйләнештәр булдырылған. Шул уҡ ваҡытта үҙ-ара эшмәкәрлекте яҡшыртыу өсөн, шул иҫәптән заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу иҫәбенә ресурстар бар».
Осрашыу барышында Константин Толкачев һәм Римма Ратникова ҡануниәт өлкәһендәге эшмәкәрлекте генә түгел, демография, йәштәр сәйәсәте, мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрҙе, халыҡтың социаль именлеген үҫтереү өлкәһе һорауҙарын тикшерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1140245-konstantin-tolkachev-provel-vstrechu-s-zamestitelem-spikera-parlamenta-tatarstana-rimmoy-ratnikovoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика