14:51 (UTC+5), 06 Апрель 2018

Башҡортостанда Сәйәси лидерлыҡ мәктәбе тыңлаусылар йыя

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең Йәш гвардияһы» Сәйәси лидерлыҡ мәктәбенә тыңлаусылар һайлап алыуҙың башланыуы хаҡында иғлан итә. Был йәштәр араһында яңы лидерҙарҙы асыҡлауға, уларҙы күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу оҫталығына өйрәтеүгә һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән комплекслы мәғариф проекты. 2014 йылдан алып мәктәптә 120-нән ашыу кеше белем алған. 2017 йылда сәйәси лидерлыҡ мәктәбе «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Граждандар университеты» мәғариф проекты составына инде.
«Әлеге проекттың маҡсаты — лидерҙарҙың яңы быуынын тәрбиәләргә ярҙам итеү. Бөгөн йәмғиәттә яңы кешеләргә, исемдәргә һорау ҙур. Шуны билдәләп үтеү мөһим: уларҙа хәҙерге лидерҙарҙы алмаштырыу теләге булыуҙан тыш, властың лайыҡлы алмашсылары, атап әйткәндә, төбәкте һөҙөмтәле үҫтереү өсөн оҫталыҡҡа һәм белемгә эйә булырға тейеш», — тип хәбәр итте мәктәп дирекцияһы етәксеһе Люция Юлуева.
Сәйәси лидерлыҡ мәктәбендә һайлап алыу турын үткән һәм социаль йүнәлешле, закон сығарыу проекты йәки бизнес-проекты булған 18-25 йәшлектәр уҡый ала.
Уҡыуҙа ҡатнашыуға ғаризаны «Бәйләнештә» Башҡортостандың сәйәси лидерлыҡ мәктәбе төркөмө аша бирергә мөмкин. Ғаризалар 2018 йылдың 12 апреленә тиклем ҡабул ителә.
Икенсе этап — Мәктәптә уҡыу өсөн кандидаттарҙы һайлап алыу 13 һәм 14 апрелдә уҙа. Уҡыу 2018 йылдың 23 апреленән 28-нә тиклем дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1140263-shkola-politicheskogo-liderstva-bashkirii-obyavlyaet-novyy-nabor-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика