10:51 (UTC+5), 05 Апреля 2018

Башҡортостан урмандарында ҡоро-һары йыйыу тураһында идея «ҡороған ағастар тураһында» федераль законға нигеҙ булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы халыҡҡа ҡоро-һары ағастар йыйыуға хоҡуҡ биргән закон ҡабул итте. Хәҙер һәр кем урмандағы ҡороған ағасты йәки сыбыҡ-сабыҡты бушлай йыя ала.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Йәмәғәт мониторингы үҙәгенең экология һәм урманды һаҡлау мәсьәләләре буйынса координаторы Дмитрий Миронов һүҙҙәренсә, был закон проекты 2016 йылдың 25 февралендә экология һәм урманды һаҡлау проблемалары буйынса Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты конференцияһы йомғаҡтарына ярашлы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эксперттары тәҡдиме нигеҙендә әҙерләнгән.
Халыҡтың эргә-тирәләге урмандарҙа ҡоро-һары йыйыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабындағы «Экология һәм урманды һаҡлау» эшсе төркөмө эксперттары күтәреп сыҡҡайны. 2015 йылдың декабрендә ул республика Башлығына йәмәғәт тәҡдимдәренә индерелде.
Атап әйткәндә, төбәктә ағастар сирләй, уларҙы иҫкәртеүгә бюджет аҡсаһы етмәй. Һуңғы йылдарҙа ҡороған ағастар күбәйҙе.
«Башҡортостан ауылда йәшәгән халыҡ һаны буйынса илдә тәүге урындарҙың береһен биләй. Улар үҙҙәрен утын менән тәьмин итеү һәр саҡ ҡоро-һары йыйған. Шул уҡ ваҡытта урманға файҙа килтергән. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡороған ағастарҙы йығыуға законлы рөхсәт алыу мөкин булмай башланы, — тиелә йәмәғәт тәҡдимдәрендә. — Ауылда йәшәүселәргә законды боҙорға тура килә, сөнки шәхси хужалыҡҡа утын алыу өсөн башҡа ысул юҡ. Ошонан башлана ла инде штраф түләмәү проблемаһы, сөнки халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламы, пенсионерҙар, эшһеҙҙәрҙең түләргә аҡсаһы етмәй».
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Заһир Хәкимов һүҙҙәренсә, проблеманың федераль әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнгән. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эскперттары ҡатнашлығында ауыл халҡы өсөн ҡороған ағастарҙы йығыуға ябайлаштырылған рөхсәт биреү программаһын әҙерләргә хәл ителде.
Закон проектының авторҙашы булып Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байҡусҡаров сығыш яһаны.
«Был ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн бик мөһим. Әлеге ваҡытта уларға район үҙәгенә барып, ҡоро-һары әҙерләү буйынса рөхсәт документтарын алыу өсөн күп кенә аҡса сығарып һалырға тура килә», — тип билдәләне депутат.
Парламентарий әйтеүенсә, ҡабул ителгән закон 2019 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инә.
http://www.bashinform.ru/news/1139777-ideya-o-sbore-sukhostoya-v-lesakh-bashkirii-legla-v-osnovu-federalnogo-zakona-o-valezhnikakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика