07:40 (UTC+5), 04 Апреля 2018

«Башнефт»тең дәғүәһенән килгән аҡсалар һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә йүнәлтелә – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Роснефть» һәм «Башнефть» нефть компанияларының «Система» акционерҙар финанс корпорацияһына ҡарата дәғүәһе буйынса килгән аҡсалар һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә йүнәлтелә, тип хәбәр итте 3 апрелдә III Медицина форумында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Республикала тиҫтәләгән һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү буйынса яңы программа башлана. Улар араһында иң ҙуры – Республика онкология диспансерында палаталар корпусы һәм Республика кардиология үҙәгендә өр-яңы заманса ҡорамалдар менән 35 мең квадрат метр майҙанда яңы корпус.
Был исемлектә Дүртөйлөлә һәм Туймазыла ике балалар поликлиникаһы, Октябрьскийҙа һәм Учалыла хирургия корпустары, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республикала клиник дауаханаһында яңы поликлиника, Бөрөлә яңы поликлиника, Өфөнөң 4-се Йоғошло ауырыуҙаря клиник дауаханаһында яңы корпус һәм Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда яңы корпус.
«Уларға алдағы 2,5 йылда яҡынса 13-14 миллиард һум талап ителә», — тине төбәк етәксеһе һәм Хөкүмәттә бындай аҡсаларҙың барлығын аңлатты. Үткән аҙнала ғына «Башнефть» март өсөн республикаға 16,5 миллиард һум күләмендә килемгә һалым күсерҙе. «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы суд ҡарары нигеҙендә «Башнефть» иҫәбенә 100 миллиард һум күсереү һөҙөмтәһендә килем барлыҡҡа килде.
«Был аҡсалар тулы күләмдә һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф объекттарына йүнәлтелә. Сөнки, дауаханаларҙан тыш, беҙгә мәктәптәр, балалар баҡсалары кәрәк. Был ресурстар алдағы 2-2,5 йылда һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаһында ғәйәт ҙур, яңы, сифатлы аҙым яһарға етергә тейеш. «Башнефт»кә рәхмәт әйткем килә. Президентҡа үҙ ваҡытында акцияларҙың 25 проценты республиканыҡы булһын өсөн булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерәм», — тине Рөстәм Хәмитов.
http://www.bashinform.ru/news/1138685-sredstva-poluchennye-po-isku-bashnefti-budut-napravleny-na-stroitelstvo-obektov-zdravookhraneniya-ru/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика