05:00 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиләнеүсе беренсе класс уҡыусылары өсөн бүләктәр йыл һайын биреләсәк

Андрей Старостин
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 3 апрелдә төбәк Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы закон проекты раҫланды.
«Документ күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһын биреүҙе ҡануни рәүештә нығытыу маҡсатында әҙерләгән. Элек бының өсөн Хөкүмәткә мотлаҡ йыллыҡ норматив акттар ҡабул итеү талап ителһә, хәҙер был ташлама күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусыларына даими биреләсәк», – тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Әлмирә Ғәниева.
Закон проекты тиҙ арала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына ҡарауға индереләсәк.
2017 йылда Башҡортостанда күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе беренсе класс уҡыусыларына мәктәп кәрәк-яраҡтары һатыу алыуға дәүләт ярҙамы 19,098 миллион һум тәшкил иткән. Өс йылда республикала был ярҙамды бөтәһе 24 мең самаһы беренсе класс уҡыусыһы алған.
http://www.bashinform.ru/news/1138816-v-bashkirii-podarki-dlya-pervoklassnikov-iz-mnogodetnykh-maloobespechennykh-semey-stanut-ezhegodnymi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика