09:00 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Владимир Путинға Рәсәй Президенты танытмаһы тапшырылды

kremlin.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Элла Памфилова Кремлдәге осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путинға яңы вәкәләттәр мөҙҙәтенә дәүләт башлығы танытмаһын тапшырҙы. Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе ғәмәлдәге дәүләт башлығын ышаныслы еңеүе менән ҡотланы.
Владимир Путин уҙған президент һайлауына баһа бирҙе. Уның фекеренсә, был Рәсәй тарихында иң таҙа һәм асыҡ һайлау булған.
«Күптәр әйтеүенсә, быйыл илебеҙ тарихында иң асыҡ, иң таҙа һайлау булғандыр, моғайын, — тине ул. — Бында, һис һүҙһеҙ, һеҙҙең, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә эшләгән бөтә һайлау комиссиялары ағзаларының өлөшө ҙур».
Дәүләт башлығы Үҙәк һайлау комиссияһына эште юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Һайлау кампанияһы барышында эшләгән барлыҡ коллегаларығыҙға рәхмәт әйткем килә. Был илебеҙ өсөн мөһим ҙур дөйөм милли эш булды, — тине Владимир Путин.— Дөйөм фекер буйынса, әлеге эш техник яҡтан тыш, ойоштороу йәһәтенән дә юғары кимәлдә уҙҙы».
http://www.bashinform.ru/news/1138408-vladimiru-putinu-vrucheno-udostoverenie-prezidenta-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика