Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Апрель 2018, 17:32
Балаҡатай районы башлығы вазифаһына ике кандидат дәғүә итә
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Балаҡатай районында 5 мартта ғәмәлдәге муниципалитет башлығының вәкәләттәр ваҡыты үтеүгә бәйле яңы хакимиәт башлығын һайлайҙар.
Район башлығы вазифаһына ике кандидат дәғүә итә. Улар — Балаҡатай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Мәсхүт Миңлеғәлин һәм Мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Василий Ушаков.
«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперттар комиссияһы бөтә кандидаттарға ла «белем кимәле тап килә» тигән баһа ҡуйҙы.
Урындағы хакимиәт башлығы вазифаһын биләүгә конкурс 3 апрелдә уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1137736-na-dolzhnost-glavy-belokatayskogo-rayona-pretenduyut-dva-kandidata/
Теги:
урындағы власть
тәғәйенләүҙәр
Читайте нас: