09:30 (UTC+5), 02 Апреля 2018

Аман Тулеев ваҡытынан алда отставкаға сығырға ғариза биргән

ТАСС/Михаил Климентьев
ТАСС/Михаил Климентьев
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кемерово өлкәһе Башлығы Аман Тулеев ваҡытынан алда отставкаға сығырға ғариза биргән. Өлкә Уставы буйынса, губернаторҙың беренсе урынбаҫары Сергей Цивилев вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы буласаҡ. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә.
«Кемерово өлкәһе губернаторы Аман Тулеев Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға үҙ теләге буйынса отставкаға сығыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән», — тип хәбәр ителде йәкшәмбе, 1 апрелдә, төбәк хакимиәте сайтында.
Аман Тулеев 20 йылдан ашыу төбәкте етәкләне. Тулеевтың төбәк башлығы вазифаһынан китеү ихтималлығы хаҡында Рәсәй Президенты Владимир Путиндан һоранылар. «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендәге фажиғәнән һуң граждандарҙың инициативалы төркөмө менән осрашыуҙа дәүләт башлығы: янғын хәле буйынса кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү кемдең ниҙә ғәйепле булыуын асыҡлауҙы талап итә, тип белдерҙе.
Һуңғы ваҡытта губернаторҙың отставкаға сығыу ихтималлығы хаҡында имеш-мимештәр шулай уҡ уның сәләмәтлеге менән бәйле булды: уҙған йылдың май айында Тулеев арҡа һөйәгенә операция яһатты, унан һуң декабрь урталарына тиклем дауаланды.
http://www.bashinform.ru/news/1137347-aman-tuleev-dosrochno-podal-v-otstavku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика