09:34 (UTC+5), 29 Март 2018

Константин Толкачев 47 дәүләт парламентарийын Рәсәйҙең милли сәйәсәте менән таныштырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Страсбургта Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресының пленар сессияһында «Төбәктәр берҙәйлеге һәм милли дәүләттең бөтөнлөгө» темаһына доклад менән сығыш яһаны. Башҡортостан парламенты рәйесе 47 илдән килгән коллегаларын Рәсәйҙең этностарҙың берҙәйлеген, телен һәм милләтен һаҡлауға йүнәлтелгән милли сәйәсәте хаҡында һөйләне.
Күп этностар коэффициенты буйынса Рәсәй Европала беренсе урынды биләй, тип билдәләне Константин Толкачев. Ул Европа парламентарийҙарын Башҡортостандағы милли сәйәсәт үҙенсәлектәре менән дә таныштырҙы.
«Был — илебеҙҙең үҙенсәлекле этник, конфессиональ составы һәм бай ресурс потенциалы булған ҙур субъекттарының береһе. Республикабыҙҙа 160 милләт вәкиле йәшәй. Рәсәйҙә төбәктәрҙең берҙәйлеген һаҡлау өсөн байтаҡ эштәр башҡарыла тип әйтә алам», — тине Башҡортостан парламенты рәйесе.
Константин Толкачев һуңғы йылдарҙа республикала граждандарҙың телен һәм мәҙәниәтен ирекле үҫтереүгә конституция хоҡуҡтарын бойомға ашырыу механизмдарын булдырған закондар ҡабул ителгәнлеге хаҡында һөйләне, Башҡортостан мәктәптәрендә 15 туған телде өйрәнеү ойошторолғанлығын билдәләне.
«Рәсәй Федерацияһының башҡа этно-территориаль берәмектәрендә лә ошондай тәжрибә бар. Субъекттар үҙҙәренең берҙәйлеген һаҡлау йүнәлешендә әүҙем эшләй. Шул уҡ ваҡытта дөйөм федераль киңлектә урынлашҡан төбәктәр, дөйөм Рәсәй һәм төбәк мәнфәғәттәре араһында тигеҙлеккә өлгәшеүгә булышлыҡ итеп, дәүләтселекте нығытыуға ҙур өлөш индерә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.
http://www.bashinform.ru/news/1136229-konstantin-tolkachev-poznakomil-parlamentariev-47-gosudarstv-s-natsionalnoy-politikoy-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика