10:45 (UTC+5), 28 Марта 2018

Дәүләт Думаһында Рәсәй көнө байрамын 21 сентябргә күсереү мөмкинлеген тикшерәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы комитеты Рәсәй көнө байрамын 12 июндән 21 сентябргә күсерергә тәҡдим иткән закон проектын кире ҡаҡты, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар.
Закон проекты авторҙары уға аңлатма хатында билдәләүҙәренсә, 1862 йылдың 21 сентябрендә Бөйөк Новгородта император Александр II Рус дәүләтенең ойошторолоуына мең йыл тулыуҙы аңлатҡан «Рус мең йыллығы» һәйкәлен асҡан, шуға ла ошо көн һайланған. Шул ваҡыттан алып 21 сентябрҙә илебеҙҙә Рәсәй дәүләтенең ойошторолоу көнө итеп билләләйҙәр.
Улар 1380 йылдың 21 сентябрендә (иҫке стиль – Юлиан календары буйынса 8 сентябрь) бөйөк кенәз Дмитрий Донской етәкселегендә рус полктары Куликов яланында еңеү яулағанын (һуңынан Русты монгол-татар илбаҫарҙарынан азат итеү башлай) символиклы тип иҫәпләй.
Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Валентина Кабанова билдәләүенсә, Рәсәй көнөн байрам итеү датаһын күсереү хаҡында закон проект йәмғиәттә ҙур хуплау тапманы, ә тәҡдим ителгән даталар бәхәсле һәм ҡаршылыҡлы тип һанала. Шулай уҡ закон проектын техник яҡтан камиллаштырыу һәм ғилми берләшмә менән кәңәшләшеү кәрәклеге бар.
http://www.bashinform.ru/news/1135750-v-gosdume-obsuzhdayut-perenos-prazdnovaniya-dnya-rossii-na-21-sentyabrya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика