04:45 (UTC+5), 23 Марта 2018

1 апрелдә социаль пенсия арта – Хөкүмәт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 1 апрелдә социаль пенсияларҙы индексациялау хаҡында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был маҡсатҡа 10 миллиард һум самаһы йүнәлтелә, тип хәбәр итә «Известия».
«Беҙ быны закон буйынса йыл һайын эшләйбеҙ. Документта пенсия күтәрелгән коэффициент күләме раҫлана», — тип кисә аңлатты Дмитрий Медведев Хөкүмәт ултырышында.
Журналистарҙың мәғлүмәттәре буйынса, документта 2018 йылдың 1 апреленән социаль пенсияларҙы индексациялау коэффициенты 1, 029 күләмендә билдәләнгән.
20 мартта Хеҙмәт министрылығының 2018 йылдың 1 апреленән социаль пенсиялар күләмен 2,9 процентҡа индексацияларға тәҡдим итеүе билдәле булды. Һөҙөмтәлә уртаса социаль пенсия дәүмәле 255 һумға күтәреләсәк һәм 9 062 һум тәшкил итәсәк.
Ведомство баһаһы буйынса, һөҙөмтәлә пенсия 3,9 миллион кешелә артасаҡ. Бюджеттан сығым 2018 йыл аҙағына хәтлем 9,6 миллиард һум самаһы буласаҡ.
1 мартта Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсияларҙы даими рәүештә инфляциянан юғарыраҡ кимәлдә индексациялау кәрәклеген белдерҙе.
«Оло йәштәге кешеләр әүҙем, сәләмәт, оҙон ғүмерле булһын өсөн лайыҡлы шарттар булырға тейеш», — тип билдәләне Президент.
http://www.bashinform.ru/news/1133218-s-1-aprelya-povyshayutsya-sotsialnye-pensii-pravitelstvo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика