09:55 (UTC+5), 22 Марта 2018

Рәсәй Хөкүмәте ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың табышын тигеҙләй

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Хөкүмәте ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтендә Милли стратегия ғәмәлдәрен тормошҡа ашырыу планын раҫланы. Бойороҡҡа Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе буйынса, шул иҫәптән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар табышында айырманы ҡыҫҡартыу, ҡатын-ҡыҙ-чиновниктарҙың һәм сәйәсмәндәрҙең иҫәбен арттырыу, ирекһеҙләү кимәлен кәметеү өсөн шарттар булдырыласаҡ.
Бынан тыш, «ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнмәгән» профессиялар исемлеге ҡайтанан ҡараласаҡ һәм ярайһы уҡ ҙур булмаған енәйәттәр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар өсөн язаны йомшартыу варианттары тикшереләсәк.
Планды ғәмәлгә ашырыу өсөн контроль Хеҙмәт министрлығына йөкмәтелгән. Ведомство хөкүмәткә ай һайын отчет бирәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1132822-pravitelstvo-rossii-uravnyaet-dokhody-muzhchin-i-zhenshchin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика