11:59 (UTC+5), 22 Марта 2018

Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса 14 йөкләмәнең бишәүһе үтәлгән

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылға Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығының 14 йөкләмәһенән 14-е үтәлгән, ҡалғандары ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә. Депутаттар алдында Хөкүмәт эше тураһында сығыш яһағанда премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов ошо хаҡта һөйләне.
«Дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә проектлы идара әүҙем индерелә. 44 төбәк проекты бойомға ашырыла ла инде. Былтыр 2021 йылда «Апимондия» конгресын уҙғарыу хоҡуғына ғариза кампанияһын әҙерләү һәм ойоштороу буйынса проект уңышлы тамамланды, — тип хәбәр итте премьер-министр. — Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә телемедицина үҙәктәре мөмкинлектәрен файҙаланыу буйынса саралар ҡабул ителгән. Инвестицион үҫеш сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа проекттарҙы тормошҡа ашырғанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдары әүҙем ҡулланыла. Йәнә дүрт проектты бойомға ашырыу күҙаллана».
2017 йыл республикала Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға күрә йөкләмәләрҙең һөҙөмтәләре айырым күрһәтелде. Эш экологик зыян күләмен ҡыҫҡартыуға, халыҡты һыу менән тәьмин итеү кимәлен арттырыуға, экологик яҡтан хәүефһеҙ йыйым инфраструктураһын булдырыуға, ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә һәм башҡа сараларға йүнәлтелгәйне. 2017 йылға билдәләнгән барлыҡ план күрһәткестәренә өлгәшелде.
Атмосфера һауаһын бысратыуҙы контролдә тотҡан автоматлаштырылған станциялар төҙөлдө. Ҙур компаниялар таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, улар араһында «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте бар.
Ете гидротехник ҡоролма капиталь ремонтланған, биш объект буйынса эштәр алып барыла. Ете объектта йылға үҙәндәрен таҙартыу буйынса эштәр башҡарылған.
Йыл йомғаҡтары буйынса республика «Экология йылында төбәктең әүҙем экология сәйәсәте» өсөн федераль кимәлдә юғара баһа алған.
http://www.bashinform.ru/news/1133168-v-bashkirii-uzhe-vypolneno-pyat-iz-14-porucheniy-po-itogam-poslaniya-gossobraniyu-respubliki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика