05:41 (UTC+5), 22 Марта 2018

Башҡортостан парламентарийҙары республика Хөкүмәте эшмәкәрлеге тураһында отчет тыңлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда республика парламентының сираттағы 51-се ултырышы асылды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, ҙур предприятие етәкселәре ҡатнаша.
Тәүҙә республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһай. Шулай уҡ депутаттар Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең 2017 йылда республикала гражданиндың хоҡуғын, иркен яҡлау тураһында докладын тыңларға һәм тикшерергә ниәтләй.
Ултырыш барышында парламент «2018 йылға һәм 2019-2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерергә тейеш. Был төҙәтмә бынан алда раҫланған бюджет ассигнованиеларын ҡабаттан бүлеү менән бәйле.
Ултырыш барышында депутаттар «Халыҡ художество кәсептәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм «Мәҙәниәт тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 36-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһында аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 121-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» һәм башҡа закон проекттарын ҡарай.
http://www.bashinform.ru/news/1132616-parlamentarii-bashkirii-zaslushivayut-otchet-o-deyatelnosti-pravitelstva-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика