04:10 (UTC+5), 21 Марта 2018

Дәүләт Думаһы бергә йәшәүҙе никахҡа тиңләштереүҙән баш тартты

Известия
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты бергә йәшәүҙе законлы никахҡа тиңләштергән закон проектын хупламаны. Комитет был фекерҙе кире ҡағырға кәңәш итте, тип хәбәр итә «Известия».
Закон проекты биш йыл йәки уртаҡ балалары булғанда ике йыл дауамында «бергә йәшәгән һәм уртаҡ хужалыҡ алып барған ир менән ҡатындың билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән ғаиләһен» ғәмәлдәге никах мөнәсәбәттәренә тиңләргә тәҡдим итте.
Комитет башлығы Павел Крашенинников билдәләүенсә, хатта законлы никахта ла оҡшаш билдәләрҙең күҙәтелмәүе ихтимал. Ир менән ҡатындың төрлө ҡалаларҙа ғына түгел, төрлө илдәрҙә йәшәүе һәм уртаҡ милеге лә булмауы ихтимал, тип өҫтәне ул.
http://www.bashinform.ru/news/1132251-gosduma-otkazalas-priravnivat-sozhitelstvo-k-braku-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика