05:00 (UTC+5), 20 Марта 2018

Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин ышаныслы еңеү яуланы – Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. «Бөгөнгө көнгә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға төп йомғаҡтар яһалды һәм ышаныс менән ғәмәлдәге дәүләт башлығы Владимир Путин еңеү яуланы тип әйтергә була», — тип комментарий бирҙе берҙәм тауыш биреү көнөнән һуң Дәүләт Думаһы депутаты, халыҡ-ара эштәр буйынса комитет ағзаһы Инга Йомашева.
Башҡортостанда, бөтөн илдәге кеүек, һайлаусыларҙың күбеһе тауышын Владимир Путин өсөн бирҙе, уға Рәсәйҙе үҫеш һәм башҡа илдәр менән тыныс һыйышып йәшәү юлы буйынса алып барыуын дауам итергә ышанып тапшырҙы, тип айырым билдәләй депутат.
«Һайлауҙар алдынан халыҡ-ара хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле булды, — тип иҫәпләй Инга Йомашева. — Америка Ҡушма штаттарының яңы йәҙрә доктринаһы күптәрҙә донъялағы тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу мөмкинлегендә шикләнергә мәжбүр итте, ә Солсбериҙағы хәлдән һуң Бөйөк Британияның Рәсәйгә ҡарата логикаһыҙ ялыуҙары беҙҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһаны. Әммә был шарттар һайлаусыларға тауыш бирергә һәм артабан да суверенитетыбыҙҙы яҡлаясаҡ һәм бөтә рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәк Президентты һайларға ҡамасауламаны».
http://www.bashinform.ru/news/1131445-deystvuyushchiy-glava-gosudarstva-vladimir-putin-oderzhal-ubeditelnuyu-pobedu-deputat-gosdumy-inga-yu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика