06:35 (UTC+5), 19 Марта 2018

Социолог Андрей Ғайфуллин: «Республика һәр саҡ әүҙем тауыш бирҙе, шул уҡ тенденция был һайлауҙарҙа ла һаҡланды»

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Социология фәндәре кандидаты, социолог, доцент Андрей Ғайфуллин «Башинформ» агентлығына Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау йомғаҡтарына комментарий бирҙе.
«Һайлауҙар һөҙөмтәһе фаразланғайны, уны бөтә социологик һорауламалар күрһәтте. Тауыш бирергә килеүселәр һаны ярайһы уҡ юғары булыр, алдағы йылдарға ҡарағанда күберәк теркәлер тип көтөлдө. Шулай килеп сыҡты ла. Ҡала халҡы үҙ ҡарашын әүҙем күрһәтһә лә, һәр саҡтағыса, тауыш бирергә йөрөүселәр ауыл ерендә күберәк булды», — тип билдәләне эксперт.
Йәштәр электораль һүлпән күренһә лә, һөҙөмтәлә, күҙәтеүҙәр буйынса, участкаларға килеп тауыш бирҙе, тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе. Эксперт быны һайлау кампанияһының яҡшы әҙерлек эше, акциялар менән бәйләй, уларға күрә йәштәр саҡырыуға ҡолаҡ һалып, тауыш бирергә килде.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика буйынса Владимир Путиндың алдынғылыҡты биләүе һәм башҡа дәғүәселәрҙең (икенсе урында – Павел Грудинин, өсөнсөлә – Владимир Жириновский, дүртенселә – Ксения Собчак) нисек урын алыуы алдан фаразланғайны, — тине Андрей Ғайфуллин. — Нәҡ ошо кандидаттар республика биләмәһендә әүҙем һайлау кампанияһы алып барҙы. Башҡа кандидаттар штабтарының әүҙемлеге нулгә яҡын булды, бәлки улар ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс белдермәгәндер, сөнки Башҡортостан халҡының һәр саҡ үҙ ҡарашы булды».
Башҡортостанда тауыш бирергә килеү күрһәткесе һәм төп кандидатты һайлау дөйөм Рәсәй буйынса ҡарағанда юғары булды, тип билдәләне социолог.
«Республика һәр саҡ әүҙем тауыш бирҙе, шул уҡ тенденция был һайлауҙарҙа ла һаҡланды», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Ғайфуллин.
http://www.bashinform.ru/news/1131167-sotsiolog-andrey-gayfullin-respublika-vsegda-golosovala-aktivno-eta-zhe-tendentsiya-sokhranilas-i-na/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика