17:10 (UTC+5), 18 Марта 2018

Тауыш биреү көндө республикала 6953 күҙәтеүсе эшләне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Тауыш биреү көндө Башҡортостандың һайлау участкаларында, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 6953, шул иҫәптән 24 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләне. Был турала журналистар өсөн брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.
Күҙәтеүселәр Даниянан, АҠШ-нан, Финляндиянан, Италиянан, Төркиәнән, Швециянан, Швейцариянан, Польшанан, Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан булды.
2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа мониторинг уҙғарыу өсөн Европала Именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма Рәсәй төбәктәренә 480 күҙәтеүсе йүнәлтә.
Төбәктә шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе күҙәтеүселәре эшләй. Уға Белорусь Республикаһынан бер күҙәтеүсе һәм 12 Ҡаҙағстан вәкиле инә. Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссияларында тауыш иҫәпләүҙә күҙәтеү алып барыла. Территориаль һайлау комиссияларында күҙәтеүселәр «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаға йомғаҡлау протоколдары мәғлүмәттәрен индергәнде ҡараясаҡ. Күҙәтеү һөҙөмтәһе буйынса улар участка һайлау комиссияларынан йомғаҡлау протоколдары һәм территориаль һайлау комиссияһынан йыйылма таблица күсермәләрен аласаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1130845-v-den-golosovaniya-v-bashkirii-rabotayut-6953-nablyudatelya/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика