17:30 (UTC+5), 18 Марта 2018

Республиканың һайлау участкаларында тауыш иҫәпләү бара

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда һайлау участкалары тауыштарҙы иҫәпләү буйынса эшкә күсте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика буйынса участкаларҙы ябыу мәленә, 10 эре биләмәне иҫәпкә алмағанда, һайлаусыларҙың 70 проценты тауыш биргән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында.
Тауыш биреү тамамлағандан һуң һайлау комиссиялары ағзалары файҙаланылмаған һайлау бюллетендәрен иҫәпләп алып ҡуя.
«Участка һайлау комиссияларының бөтә эше видеокүҙәтеү камералары аҫтында бара», — тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
Һуңынан комиссия ағзалары һайлаусыларҙың исемлектәре менән эшкә тотона, унан һуң ғына бюллетендәрҙе иҫәпләй. Башта күсмә, һуңынан стационар йәшниктәр асыла. Бөтә бланктар ҙа өҫтәлгә һалына, бутала һәм һуңынан кандидаттарҙың фамилиялары буйынса тауыштар һанала.
Һөҙөмтәлә QR-код ярҙамында протокол төҙөлә. Бөтә протоколдарҙы ҡабул итеп, территориаль һайлау комиссияһы мәғлүмәттәрҙе «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаға индерә һәм йомғаҡлау протоколдарын Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына илтеп бирә. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан биләмәһендә тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләй.
Марина Долматова һүҙҙәренсә, территориаль һайлау комиссияларынан тәүге мәғлүмәттәр төнгө сәғәт 10-дан һуң килә башлай.
http://www.bashinform.ru/news/1130879-izbiratelnye-uchastki-bashkirii-rabotayut-v-rezhime-podscheta-golosov/
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика