11:15 (UTC+5), 18 Марта 2018

Республикала 312 725 кеше һайлауға килгән

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәт үҙәгенең иртәнге сәғәт 10-ға биргән оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала 312 725 кеше тауыш биргән, йәғни төбәк электоратының дөйөм һанынан 10,33%. Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 3398 стационар һайлау участкаһы һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа 38 участка (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) эшләй. Һайлаусылар исемлегенә 3 023 200 кеше индерелгән. Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә.
Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көрәшә.
Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана.
http://www.bashinform.ru/news/1129960-v-bashkirii-progolosovali-312-725-izbirateley/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика