13:25 (UTC+5), 18 Марта 2018

Михаил Бабич: «Ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо ҡыйынлыҡ килтерә, шуға ҡарамаҫтан, тауыш бирергә барыусылар һаны юғары»

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле матбуғат хеҙмәте
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 18 мартта Түбәнге Новгородтағы 1-се гимназияла Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич буласаҡ ил Президенты өсөн тауыш бирҙе.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо ҡыйынлыҡ килтерә, шуға ҡарамаҫтан, тауыш бирергә барыусылар һаны юғары. Кешеләр ихласлап, яҡшы кәйеф менән бара. Төбәктәрҙә кешеләргә уңайлы тауыш биреүгә һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға үҙ мөнәсәбәтен белдереүгә бөтә шарттар һәм мөмкинлектәр тәьмин итеү өсөн әҙерлек эше башҡарылды. Бөтәһе лә иң юғары кимәлдә үтер тип ышанам», — тине Михаил Бабич.
Шулай уҡ дәүләт башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы сиктәрендә төҙөкләндереү өсөн тәү сираттағы объектҡа тауыш бирҙе.
18 мартта бөтә Рәсәй буйынса ил Президентын һайлайҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда тауыш биреү 51 проценттан ашыу тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1130618-mikhail-babich-v-nekotorykh-regionakh-podvodit-pogoda-no-nesmotrya-na-eto-ochen-vysokaya-yavka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика