03:15 (UTC+5), 18 Марта 2018

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары асылды. Рәсәй Президентын һайлау башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн барлыҡ участкалар ҙа асылды. Республика халҡы дәүләт башлығын алты йылға һайлай. 2018 йылдың 6 мартына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусылар исемлегенә 3 043 583 кеше индерелгән, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһынан.
Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм һайлаусылар ваҡытлыса булған ерҙә ойошторолған 38 участкала (31 дауалау учреждениеһында, өс шифаханала, өс тәфтиш изоляторында, Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) көтәләр.
Ил биләмәһендә теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын 119-сы участкала үтәй ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26.
Участка комиссиялары һәм тауыш биреү өсөн биналар нигеҙҙә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында урынлашҡан. Республикала күреү буйынса инвалидтар өсөн алты махсус участка булдырылған.
Учалыла 3147-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 6-ла асылды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты шахтерҙарының эш ваҡыты тауыш биреү ваҡыты менән тап килгәнлектән, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тауыш биреү ваҡытын күсерҙе.
Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһына Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») дәғүә итә.
Республикала тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 8-ҙә тамамлана.
http://www.bashinform.ru/news/1129490-v-bashkirii-otkrylis-vse-izbiratelnye-uchastki-nachalis-vybory-prezidenta-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика