07:55 (UTC+5), 18 Марта 2018

Башҡортостанда аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандар өсөн һайлау участкалары эшләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рөстәм Исхаҡов Рәсәй Президентын һайлауҙа республикабыҙҙа төпкөлдә йәшәгәндәр һәм аҙ хәрәкәт иткәндәр өсөн тауыш биреүҙең нисек ойошторолғанлығы хаҡында һөйләне.
Рөстәм Исхаҡов һүҙҙәренсә, республикала һайлау участкаларынан алыҫта урынлашҡан 40-ҡа яҡын ауыл бар. Белорет районындағы ауыл төбәктә рекордсмен булып тора, һайлау участкаһына - Ассы ауылына тиклем ара 37 саҡрым тәшкил итә. Балтас, Дыуан, Әбйәлил һәм Йылайыр райондарында ла шундай ауылдар бар.
Һайлаусыларҙы участкаларға автобус йөрөтә. Сәләмәтлеге буйынса һайлауға бара алмаған кешеләрҙең ғаризаһы буйынса күсмә йәшникте уларҙың өйҙәренә килтерәләр.
Рөстәм Исхаҡов һүҙҙәренә,республика буйынса уртаса алғанда, бындай участкаларҙа халыҡ бик әүҙем. Уҙған һайлауҙа ул 99 процентҡа еткән.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандар өсөн дә тауыш биреү ойоштора. Мәҫәлән, Белорет районында һуҡыр һәм насар күргән һайлаусылар өсөн участка эшләй. Өфөлә (68), Күмертауҙа (26), Межгорьела (6), Октябрьскийҙа (14), Салауатта (10), Сибайҙа (24), Баймаҡ районында (49) махсус участкалар асылған. Бындай участкалар пандустар һәм махсус кабиналар менән йыһазландырылған.
Бөгөн, 18 мартта, дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көс һынаша.
http://www.bashinform.ru/news/1130081-na-vyborakh-prezidenta-rossii-v-bashkirii-rabotayut-izbiratelnye-uchastki-dlya-malomobilnykh-izbirat/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика