07:50 (UTC+5), 16 Марта 2018

Владимир Путин Рәсәй граждандарына мөрәжәғәт итте

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итте. Был йәкшәмбе, 18 мартта, Рәсәй Президентын һайлайҙар. Ғәмәлдәге дәүләт башлығы булараҡ, Владимир Путин тауыш биреү көнө алдынан илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итеүҙе мөһим тип һанай.
«Илебеҙ Конституцияһы буйынса берҙән-бер власть сығанағы булып халыҡ тора. Был һүҙҙәрҙә, ошо хоҡуҡи формулала – ғәйәт ҙур мәғәнә. Нәҡ халыҡ ихтыярынан, Рәсәйҙең һәр гражданынан илебеҙҙең ниндәй юл буйынса барыуы, Рәсәйҙең һәм балаларҙың киләсәге тора, — тине Президент. — Кем өсөн тауыш бирергә, ирекле һайлауҙа үҙ хоҡуғыңды нисек тормошҡа ашырырға – быны һәр кем үҙе хәл итә. Әммә бындай ҡарарҙан тайпылғанда иһә, шул төп, хәл итеүсе һайлау һеҙҙең фекерегеҙҙән тыш эшләнәсәк».
Владимир Путин билдәләүенсә, «беҙ Рәсәйҙә яҙмышыбыҙҙы һәр саҡ үҙебеҙ хәл иттек, намыҫыбыҙ, дөрөҫлөктө һәм ғәҙеллекте аңлау, Ватаныбыҙға ҡарата һөйөүебеҙ нисек ҡуша, шулай эшләнек. Был бөтөн донъяға билдәле беҙҙең милли холҡобоҙ».
Президент ышаныс белдереп: «Һәр ҡайһыбыҙ тыуған ил яҙмышы хаҡында уйлай һәм борсола. Шуға ла һеҙгә йәкшәмбе көндө һайлау участкаларына килеү үтенесе менән мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең бөйөк, яратҡан Рәсәйҙең киләсәген һайлау хоҡуғы менән файҙаланығыҙ», - тине.
http://www.bashinform.ru/news/1129072-vladimir-putin-obratilsya-k-grazhdanam-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика