15:15 (UTC+5), 15 Март 2018

Виктор Садовничий М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры исеменә лайыҡ булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй ректорҙар союзы президенты Виктор Садовничий Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының почетлы профессоры тигән исемгә лайыҡ булды. Был тантана бөгөн абруйлы ғалим Башҡорт дәүләт педагогия университенда булғанда үтте.
Физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй фәндәр академияһы академигы Виктор Садовничий математика, механика һәм тәбиғәт фәне өлкәһендә күренекле ғалим. Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, нәҡ Виктор Садовничий ярҙамында Башҡортостанда бөтөн донъяла билдәле функциональ анализ буйынса ғилми мәктәп ойошторолған. Уның төбәктәге математика һәм мәғариф үҫешенә индергән өлөшө юғары хөкүмәт наградалары менән баһаланған: ул – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, фән һәм техника өлкәһендә республика Дәүләт премияһы лауреаты.
Осрашыу барышында Виктор Садовничий Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин һәм студенттар, төрлө йылдарҙа тамамлаусылар менән аралашты.
2019 йылда, Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулған йылда, Өфөлә Рәсәй ректорҙар союзының күсмә киңәйтелгән ултырышын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе булараҡ Виктор Садовничий «Рәсәй-1» телеканалында дебаттарҙа ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1128627-viktor-sadovnichiy-udostoen-zvaniya-pochetnogo-professora-bgpu-imeni-m-akmully/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика