09:44 (UTC+5), 14 Марта 2018

15 мартта республикаға Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән күҙәтеүселәр килә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Рәсәй президентын һайлауҙа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән күҙәтеүселәр эшләй. «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ошо хаҡта хәбәр итте.
«Миссия Башҡортостанға 15 мартта килә. Уның составында Беларусь Республикаһынан бер күҙәтеүсе һәм 12 Ҡаҙағстан вәкиле бар», — тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.
16 февралдән республикала Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ОБСЕ) күҙәтеүселәре эшләй, тип асыҡлыҡ индерҙе Хәйҙәр Вәлиев. Уларҙың төбәк менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур, шуға күрә 15-16 мартта Башҡортостанға ҡыҫҡа сроклы күҙәтеүселәр килә.
Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, тауыш биреү көнөндә халыҡ-ара күҙәтеүселәр тәржемәселәр менән бергә мониторинг маршруттары буйлап йөрөй. Улар һайлау участкаһының ябылыуын һәм участка һайлау комиссияларының береһендә тауыштарҙы иҫәпләүҙе күҙәтергә мөмкин. Территориаль һайлау комиссияһында күҙәтеүселәр «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына йомғаҡлау протоколдары мәғлүмәттәрен индергәнде тикшерә. Күҙәтеү йомғаҡтары буйынса улар участка һайлау комиссияларынан йомғаҡлау протоколдарының һәм территориаль һайлау комиссияларынан йыйылма таблицаларҙың раҫланған күсермәләрен алырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1127907-v-bashkiriyu-15-marta-pribudet-missiya-nablyudateley-ot-sng/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика