07:35 (UTC+5), 13 Марта 2018

Рәсәй Президентын һайлауҙа киң мәғлүмәт саралары аккредитацияһы тамамлана

Depositphotos.com
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2018 йылдың 14 мартында киске сәғәт 6-ла 2018 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү бүлмәһендә һәм тауыш биреү йомғаҡтарын асыҡлағанда, һөҙөмтәләрҙе билдәләгәндә булыу өсөн киң мәғлүмәт саралары аккредитацияһына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.
Тик аккредитация үткән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре генә 2018 йылдың 18 мартында тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән бинала, һайлау участкаларында һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләгәндә булыуға, тауыш биреү йомғаҡтарын асыҡлағанда һайлау комиссияларының ултырыштарында ҡатнашыуға, фото һәм видео төшөрөүгә, тауыш биреү йомғаҡтары хаҡындағы протоколдар менән танышыуға һәм уларҙың раҫланған күсермәләрен алыуға хоҡуҡлы.
Аккредитация тәртибе Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 2018 йылдың 17 ғинуарындағы №129/1071-7 бойороғо менән билдәләнгән.
Ғариза биреү өсөн кәрәкле документтарҙың формалары Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми порталындағы «Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аккредитацияһы» бүлегендә урынлашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1127345-zavershaetsya-akkreditatsiya-smi-na-vyborakh-prezidenta-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика