09:56 (UTC+5), 13 Марта 2018

Башҡортостанда Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен ғәмәлгә ашырыу буйынса эшсе төркөм ойошторола

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Төбәк парламентында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыуҙы ҡануни яҡтан тәьмин итеү буйынса эшсе төркөм ойошторола. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев хәбәр итте. Ошо көндәрҙә Тверь ҡалаһында Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин төбәктәрҙә эксперттар һәм эшлекле даирәләр ҡатнашлығында шундай эшсе төркөмдәр төҙөү тәҡдимен индергәйне. Вячеслав Володин фекеренсә, бындай төркөмдәр берлектәге закон проекттарын, Дәүләт Думаһында тикшереүҙе көтөп тормайынса, закон сығарыу йыйылыштары кимәлендә әҙерләргә мөмкинлек бирер ине.
«Мөрәжәғәтнамәнең тәүге өлөшөндәге төп тезистарҙың күпселеге төбәк һәм урындағы кимәлдә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән бәйле, — тип иҫәпләй Константин Толкачев. — Шуға бәйле Дәүләт Йыйылышы республикабыҙҙа Мөрәжәғәтнамә положениеларын тормошҡа ашырыуҙы ҡануни яҡтан тәьмин итеү буйынса план әҙерләнде. Әлеге ваҡытта был документ тамамланыу өҫтөндә. Беҙ уны 16 мартта республика Парламенты президиумы ултырышында раҫларға ниәтләйбеҙ. Бер үк ваҡытта күрһәтелгән планды ғәмәлгә ашырыу менән шөғөлләнергә тейешле эшсе төркөм төҙөлә. Ошо башланғысыбыҙ Дәүләт Думаһы рәйесе индергән тәҡдим менән тап килде».
Эшсе төркөм составына закондар сығарыу йыйылышы парламентарийҙарынан тыш, муниципаль кимәлдәге депутаттар, республика Хөкүмәте, министрлыҡ һәм ведомство, йәмәғәт ойошмалары, ғилми йәмәғәтселек, бизнес вәкилдәре лә инә. Эшсе төркөм бойомға ашырырға тейешле план төбәк закон проекттарын әҙерләүҙе, Дәүләт Думаһына закон сығарыу башланғыстарын индереүҙе, парламент тыңлауҙарын, асыҡ фекер алышыуҙарҙы һәм башҡа сараларҙы үҙ эсенә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1127303-v-bashkirii-sozdayut-rabochuyu-gruppu-po-realizatsii-poslaniya-vladimira-putina/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика