10:07 (UTC+5), 12 Марта 2018

Константин Толкачев Рәсәйҙең төбәк парламенттары башлыҡтары рейтингында алтынсы урынға күтәрелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2018 йылдың февраль айы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу органдары башлыҡтары медиарейтингында алтынсы урынды алды. Республика парламентының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылдың феврале менән сағыштырғанда ул алты баҫҡысҡа күтәрелгән.
Константин Толкачев, Ҡырым, Санкт-Петербург, Татарстан, Мәскәү һәм Иркутск өлкәләрендәге коллегаларынан ғына ҡалышып, Рәсәй төбәктәрендәге парламент етәкселәрен уҙып китте. Исемлектә Константин Толкачевтан һуң Мәскәү, Дағстан, Төмән һәм Новосибирск өлкәләре парламенттары етәкселәре килә.
Медиарейтинг тураһында мәғлүмәттәрҙе 2003 йылдан алып рейтинг тикшереүҙәре менән шөғөлләнгән «Медиалогия» компанияһы иғлан итте. Рейтинг 3 600-гә яҡын сығанаҡты: ТВ, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернеттағы киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ 800 миллион самаһы соцмедиа сығанаҡтарын үҙ эсенә алған «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт саралары базаһы нигеҙендә төҙөлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика