04:10 (UTC+5), 12 Марта 2018

Башҡортостанда һайлау комиссиялары Рәсәй Президентын һайлауға бюллетендәр алды

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөтә территориаль һайлау комиссиялары Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға ошо кампанияның төп документтарын – бюллетендәр алды. Бюллетендәрҙе Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Комиссия секретары Марина Долматова, Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Рөстәм Бикмәтов һәм Үҙәк һайлау комиссияһы аппараты хеҙмәткәрҙәре тапшырҙы.
Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында территориаль комиссиялар үҙҙәренең тәғәйенләнгән пункттарына юлланды, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында. Бөтәһе 3 миллион 068 мң 066 дана һайлау бюллетене эшләнгән. Бюллетендәр ғәҙәттәгесә өс телдә баҫылған: русса – 2 миллион 532 мең 966, башҡортса – 348 мең 300 һәм татарса – 186 мең 800 дана. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы ярҙамында тауыш биреү өсөн бюллетендәр һаны 348 900 тәшкил иткән.
Территориаль һайлау участкаларынан участка һайлау комиссияларына бюллетендәр тауыш биреүгә ике көн ҡалғас тапшырыла, уларҙы һайлау участкаларына ҡәҙәр полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында илтәләр. Улар бюллетендәрҙе тауыш биреү көнөнә саҡлы тәүлек әйләнәһенә һаҡлаясаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1126402-v-bashkirii-izbiratelnye-komissii-poluchili-byulleteni-na-vybory-prezidenta-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика