04:25 (UTC+5), 07 Марта 2018

Владимир Путин Башҡортостан вәкиленә остазлыҡ хаҡында һөйләне

Кремли.ру
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Түбәнге Тагилда алтынсы Бөтә Рәсәй эшсе йәштәр форумы үтә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу йәш кеше ҡатнаша. Форумда ҡатнашыусылар араһында сәнәғәт, транспорт һәм аграр предприятиелар вәкилдәре, шулай уҡ йәштәр профессиональ берләшмәләре лидерҙары.
Форумда ҡатнашыусылар остазлыҡты үҫтереү һәм эшсе һөнәрҙәрҙең популярлығын күтәреү буйынса башланғыстар әҙерләйәсәк. Мәғариф программалары сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар өсөн эшсе һөнәрҙәрҙе һәм остазлыҡты үҫтереү темаһы буйынса форум ҡунаҡтарынан лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙа.
Уҙған көндә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыу үтте. Башҡортостан Республикаһы делегацияһынан Рәсәй сәйәсәте мәктәбе секретары Гөлнара Хәмиева дәүләт башлығынан уның карьераһы үҫешендә кем остаз булғанын һораны. Ул бик изге күңелле һәм тәрән аҡыллы кешеләр һәм улар бик күп булды, тип билдәләне Президент.
Владимир Путин остазлыҡ хәрәкәтенә мотлаҡ булышлыҡ итәсәген әйтте.
http://www.bashinform.ru/news/1125807-vladimir-putin-rasskazal-zhitelnitse-bashkirii-o-nastavnichestve/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика