11:59 (UTC+5), 05 Марта 2018

Башҡортостанда 18 мартта Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау көнөндә «Һайлау-2018» Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй. Республикала һайлау барышын яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һәм блогерҙарҙы теркәү башланды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығындағы матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, ошондай форматтағы сара 2016 йылда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса Берҙәм тауыш биреү көнөндә үҙен яҡшы күрһәткәйне. Ул саҡта уның эшендә 60-ҡа яҡын киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм блогерҙар, 11 сәйәси партия вәкилдәре, туғыҙ политолог һәм эксперттар ҡатнашты.
18 мартта Өфөлә, «Башҡортостан» ҡунаҡханаһында, Йәмәғәт матбуғат үҙәге эш башлай (Ленин урамы, 25/29). Был көндә иртәнге сәғәт 7-нән алып 19 мартҡа иртәнге сәғәт 7-гә тиклем Рәсәй Президентына кандидаттарҙың һайлау алды штабы вәкилдәре, шулай уҡ дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар ойоштороу күҙаллана. Улар аҙ хәрәкәт иткән төркөмгә ҡараған граждандар, инвалидтар, алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәгәндәр, тәфтиш изоляторында ултырғандар, аэропортта һәм тимер юл вокзалында пассажирҙар, дауаханала, шифаханала ятҡандарҙың тауыш биреүен ойоштороуҙы яҡтыртырға тейеш.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан тура трансляция режимында төбәктә тауыш биреү барышы тураһында мәғлүмәттәр биреү күҙаллана. Журналистар һәм эксперттар ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙғарыу ҡаралған.
Рәсәй Президентын һайлау көнөндә республиканың 3453 һайлау участкаһында 10 318 йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй.
19 мартта иртәнге сәғәт 6-нан 7-гә тиклем Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшенә йомғаҡ яһала.
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә аккредитация үтеү өсөн 17 мартҡа ҡәҙәр тәҡдим ителгән ысулдарҙың береһе менән файҙаланырға кәрәк.
1) гугл-форманы тултырып ебәрергә;
2) йәки Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сайтында форманы тултырып, oprb2011@mail.ru электрон адресына ебәрергә.
Бынан тыш, бөгөн, 5 мартта, төбәктә һайлауҙы күҙәтеү буйынса колл-үҙәк эш башланы. Йәмәғәт күҙәтеүселәренән һәм һайлаусыларҙан шылтыратыуҙар (347) 280-95-43 телефонына ҡабул ителә. Колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре «Граждандар контроле» юристары менән бергә консультациялар бирә һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтә. 18 марттан 19-на тиклем колл-үҙәк телефоны күп каналлы режимға күсерелә.
http://www.bashinform.ru/news/1124822-v-bashkirii-v-den-vyborov-18-marta-budet-rabotat-obshchestvennyy-press-tsentr/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика