07:46 (UTC+5), 02 Март 2018

Ольга Панчихина Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһенә үҙ фекерен белдерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина эш сәфәре менән Мәскәүҙә. 1 мартта ул Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы палаталарының берлектәге ултырышында ҡатнашты.
Ултырыш барышында ил Президенты Владимир Путин илдәге хәл, эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре хаҡында Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
«Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәнең беренсе яртыһында кеше ресурстарын үҫтереүгә, йәмғиәттең потенциаль мөмкинлектәренә, стратегик инновацияларға һәм стартаптарға булышлыҡ итеүгә баҫым яһалды. Һис шикһеҙ, халыҡҡа, тәү сиратта балалы ғаиләләргә, шулай уҡ һәләтле балаларға ярҙам саралары хаҡында иғлан итеү ҙур әһәмиәткә булды, сөнки бөгөн демография сәйәсәтен «үҙгәртеү» тураһында һүҙ бара. Эште көсәйтеү талап ителгән проблемалы мәлдәр, атап әйткәндә, граждандарҙың карьера ынтылыштарын сифатлы һәм һөҙөмтәле тәьмин итеү асыҡтан-асыҡ күрһәтелде. Владимир Путин граждандарға ҡарата төрлө башбаштаҡлыҡ күренештәрен ентеклерәк тикшереүҙең әһәмиәтен билдәләне. Дөйөм алғанда, Мөрәжәғәтнамә сиктәрендә Рәсәй дәүләтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленде», — тине Ольга Панчихина.
Илдең яңы тарихында Мөрәжәғәтнамә иҫәп буйынса 24-се һәм Владимир Путин өсөн 14-се булды.
http://www.bashinform.ru/news/1123635-olga-panchikhina-prokommentirovala-poslanie-putina-federalnomu-sobraniyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика