Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Март 2018, 10:25

Константин Толкачев: «Дәүләт башлығы ҡуйған бурыстар көс туплауҙы һәм йәмғиәттең берҙәм булыуын талап итә»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһау тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Владимир Путиндың сығышына комментарий бирҙе.
«Быйылғы Мөрәжәғәтнамә алдағыларҙан үҙенең структураһы, динамикаһы, ҡуйылған маҡсаттарҙың ҙурлығы менән айырылып тора, — тип иҫәпләй Башҡортостан парламенты Рәйесе. — Дәүләт башлығының сығышы аныҡ ҡына ике өлөшкә бүленә, уларҙың беренсеһе – яҡындағы алты йылға илдә иҡтисадты һәм йәмәғәт тотороҡлоғон үҫтереүгә, икенсеһе тышҡы сәйәсәткә, өр-яңы ҡоралланыу системаһын булдырыуға һәм донъяның алдынғы илдәре менән һөйләшеү алып барыуға арналған. Шул рәүешле, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә бөтә донъя ҙурлығына иреште. Президенттың сығышын сит илдә донъя лидерҙары ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткәненә шикләнмәйем дә».
Мөрәжәғәтнамәнең эске сәйәсәткә арналған өлөшөн һүрәтләп, Константин Толкачев унда дәүләт башлығының торлаҡ төҙөү, өлөшләтә төҙөлөштән баш тартыу, төбәк аэропорттарын киңәйтеү, төбәк һәм муниципаль тәғәйенләнештәге юлдар төҙөү һәм уларҙы төҙөкләндереү, бөтә тораҡ пунктарын да тиҙ интернет менән тәьмин итеү буйынса ҙур бурыстар ҡуйыуын билдәләне.
«Граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү сараларына, иҡтисади һәм демографик күрһәткестәрҙе күтәреү кәрәклегенә ҙур иғтибар бүленгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. — Шул иҫәптән киләһе ун йыл аҙағына уртаса ғүмер оҙонлоғон 80 йәштән арттарыуға өлгәшеү, алдағы йылдарҙа әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙамға 3,4 триллион һумдан ашыу йүнәлтеү, ипотека кредиттары буйынса уртаса ставканы ете процентҡа тиклем кәметеү, Эске тулайым продуктты бер ярымға арттырыу бурысы ҡуйылған. Дәүләт башлығы ҡуйған бурыстар ябай түгел, ваҡыт буйынса тәүәккәл. Илдә иҡтисадтың үҫеш тиҙлеге, булған ресурстар уларға ирешергә мөмкинлек бирә. Әлбиттә, бының өсөн бөтөн йәмғиәттең көсөн тупларға, ә уларға үҙенең берҙәмлеген күрһәтергә кәрәк. Айырым илдең технологик үҫеше өсөн алдынғы ҡануни база булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтелде. Был процесс, һис шикһеҙ, төбәк парламенттарына ла ҡағыласаҡ һәм беҙ был эшкә әҙер».
http://www.bashinform.ru/news/1123556-konstantin-tolkachev-zadachi-postavlennye-glavoy-gosudarstva-trebuyut-mobilizatsii-sil-i-splochennos/
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: