Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Март 2018, 11:10

Дәүләт Думаһы депутаты Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһе хаҡында: «Илдең оборона һәләте өлкәһендәге ҡаҙаныштар эске мәсьәләләр менән ғәҙәти режимда шөғөлләнергә мөмкинлек бирә»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Дәүләт Думаһы депутаты, иҡтисади сәйәсәт, сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ағзаһы Рифат Шәйхетдинов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығышынан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Парламентарий иҫәпләүенсә, «илдең оборона һәләте өлкәһендәге бөгөнгө ғәйәт ҙур ҡаҙаныштары тыныс ҡына һәм ғәҙәти режимда илдең эске мәсьәләләре менән шөғөлләнергә мөмкинлек һәм ваҡыт бирә».
«Был алдыбыҙҙа бик ҙур мөмкинлектәр асҡан бөтөнләй яңы геосәйәси хәл. Президент мөрәжәғәтнамәнең тәүге өлөшөндә ил үҫеше хаҡында әйткән бар нәмәне икенсе өлөштә яңғыраған үҙ-үҙебеҙҙе һаҡлай алауыбыҙ ярҙамында эшләп була һәм эшләргә кәрәк тә. Хәрби өлкәлә бөтөнләй яңы йыһан программаларынан яңы транспортҡа тиклем ғәмәлгә ашырылған яңы технологиялар ғәйәт ҙур гражданлыҡ потенциалына эйә», — тип билдәләне Рифат Шәйхетдинов.
http://www.bashinform.ru/news/1123608-deputat-gosdumy-o-poslanii-prezidenta-rf-dostizheniya-v-sfere-oboronosposobnosti-strany-dayut-vozmozh/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: