11:27 (UTC+5), 02 Марта 2018

Бөтә демографик процестар үҙ-ара бәйләнгән, бер-береһенә йоғонто яһай, иҡтисади үлсәмгә эйә – демограф

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының матбуғат хеҙмәте, РИА Новости
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хәҙерге этаптағы демографик үҫеш мәсьәләләренә һәм киләсәктә уларҙың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуына ҙур иғтибар бүленде. Демограф, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты Яна Скрябина билдәләүенсә, Мөрәжәғәтнамәлә демография сәйәсәтенең тыуымды арттырыу өлкәһендә ғәмәлгә ашырылған сараларҙың һөҙөмтәлелеге һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Халыҡты һаҡлау, ғүмер оҙайлығын арттырыу, өлкән быуынға ярҙам итеү йәһәтенән бурыстар билдәләнгән.
«Бөтә демографик процестар үҙ-ара бәйләнгән, бер-береһенә йоғонто яһай. Мөрәжәғәтнамәлә билдәләнеүенсә, демография мәсьәләһенең иҡтисади үлсәме лә бар: ваҡыт үтеү менән насар демографик хәл иҡтисади үҫеште тотҡарлаған ҡеүәтле кире факторға әүерелә: тыуым кәмей, үлем осраҡтары арта, халыҡтың демографик структураһы насарая, эшкә һәләтле халыҡтың аҙайыуы хеҙмәт ресурстарын ҡыҫҡартыуға килтерә, был иһә иҡтисади үҫештең мөмкинлектәрен сикләй», — тине демограф.
Алдан билдәләнгәнсә, Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелгән дә инде. Уҙған йылда республика башлығы Рөстәм Хәмитов президенттың «Балалыҡ ун йыллығы»н тормошҡа ашырыу тураһында указы сиктәрендә 2018 йылды Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан итте. Федераль әсәлек капиталы программаһынан тыш, республикала беренсе балаһы тыуған йәш ғаиләләргә 300 мең һум аҡса ҡаралған. Хеҙмәт министрлығы Ғаилә министрлығы тип үҙгәртелде. Бынан тыш, төбәктә ярты миллиондан ашыу балалы ғаиләгә булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын миллиардтарса аҡса бүленә.
http://www.bashinform.ru/news/1123823-vse-demograficheskie-protsessy-vzaimosvyazany-vliyayut-drug-na-druga-imeyut-ekonomicheskoe-izmerenie/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика