15:14 (UTC+5), 01 Марта 2018

Владимир Путин: «Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә һынылышлы характерға эйә»

ТАСС
ТАСС
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәнең мөһимлеген билдәләне. Дәүләт башлығы ҙур Манежда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
«Бөгөнгө Мөрәжәғәтнамә һайлауҙың, һәр аҙымдың, ҡылыҡтың әһәмиәте юғары булған заманыбыҙ кеүек айырым һынылышлы характерға эйә, сөнки улар илебеҙ яҙмышын тиҫтә йылдар алдан билдәләй», — тине Владимир Путин.
Тап ошондай боролошло мәлдәрҙә Рәсәй үҙенең үҫешкә, яңырыуға һәләтле булыуын иҫбатланы, ерҙәрҙе үҙләштерҙе, ҡалалар төҙөнө, йыһанды яуланы, ҙур асыштар яһаны, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.
«Киләсәккә даими ынтылыш, йолалар һәм ҡиммәттәр беҙҙең мең йыллыҡ тарихыбыҙҙың күсәгилешлеген тәьмин итте, — тине Президент. — Беҙ ҙур, еңел булмаған үҙгәрештәр аша үттек, бөтөнләй яңы һәм үтә ҡатмарлы иҡтисади, социаль саҡырыуҙарҙы еңеп сыҡтыҡ, илдең берҙәмлеген һаҡлап ҡалдыҡ, азат, үҙаллы юлда демократик йәмғиәт булараҡ нығындыҡ».
Ил тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә тиерлек тотороҡлоҡто тәьмин итеүгә өлгәште, был беҙҙең ҙур күп милләтле, ҡатмарлы федераль ҡоролошло, төрлө мәҙәниәтле, тарихи емереклектәр һәм Рәсәй өлөшөнә төшкән ауыр һынауҙарҙы хәтерендә тотҡан илебеҙ өсөн бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.
http://www.bashinform.ru/news/1123386-vladimir-putin-segodnyashnee-poslanie-nosit-osobyy-rubezhnyy-kharakter/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика