14:30 (UTC+5), 01 Март 2018

Башҡортостанда йәшәүсе Рәсәй Президентынан үҙенең инвалид улын торлаҡ менән тәьмин итеүен һораны

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Паньшин граждандарҙы ҡабул итте, уның барышында Башҡортостанда йәшәүселәрҙtң мөрәжәғәттәре ҡаралды. Сарала баш федераль инспектор Михаил Закомалдин, төбәк башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Баш федераль инспектор аппаратынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда йәшәгән ҡатын Президенттың ҡабул итеү бүлмәһенә үҙенең улын, II төркөм инвалидын, сираттан тыш торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин белдереүенсә, 2018 йылға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙың ошо категориялары өсөн республика ҡаҙнаһында 38 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Әлеге сумма 30-ға яҡын фатир һатып алырға мөмкинлек бирә, уларҙың береһе мөрәжәғәт иткән ҡатындың улына тапшырыла.
Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Игорь Паньшин Өфө етәкселегенә ғариза биреүсегә 2018 йылда социаль найм килешеү буйынса торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтергә, баш федераль инспекторға ошо мәсьәләне хәл итеүҙе контролгә алырға һәм башҡарылған эш хаҡында еткерергә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1123092-zhitelnitsa-bashkirii-poprosila-prezidenta-rossii-obespechit-ee-syna-invalida-zhilem-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика