12:50 (UTC+5), 01 Март 2018

Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» спектаклдәргә билеттар уйната

Берҙәм Рәсәйҙең матбуғат хеҙмәте
Берҙәм Рәсәйҙең матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» Бәләкәй ҡалалар театрҙары фестивале сиктәрендә Өфөлә барған спектаклдәргә саҡырыу билеттары уйната. Унда социаль селтәрҙә партияның төбәк бүлексәһенә яҙылып ҡатнашырға мөмкин.
Фестиваль 5 мартҡа тиклем үтә. Үҙ спектаклдәрен башҡорт, рус һәм татар телдәрендә Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Сибай драма театрҙары, шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры күрһәтә. Улар «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Театрҙар — балаларға» партия проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән.
Уйындың тәүге еңеүселәре уҙған көндә билдәле булды, улар Өфөнөн – Диана Харунова һәм Рената Гашкромова.
Еңеүселәр Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрының Н.В. Гоголдең пьесаһы буйынса «Өйләнеү» ғәҙәти булмаған һәм заманса постановкаһына саҡырыу алды.
http://www.bashinform.ru/news/1123202-v-bashkirii-edinaya-rossiya-razygryvaet-bilety-na-spektakli/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика